Волга буйы транспорт прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл уҙған төндә Ҡарағайкүл ауылынан алыҫ булмаған урында теркәлә. Һауа судноһында өс кешенең булыуы асыҡлана.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТәүҙә борттағы бер кешенең үлеме тураһында хәбәр ителә, икенсе пассажир ашығыс ярҙам машинаһында вафат була. Һауа судноһы командиры төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡорбандар араһында 36 йәшлек эшҡыуар Андрей Олейниктың булыуы билдәле. Ул шулай уҡ Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Попечителлек советы рәйесе булған.
Аварияла шулай уҡ 58 йәшлек Олег Андреевтың ғүмере өҙөлгән. Транспорттағы тәфтиш идаралығы «Һауа транспортын файҙаланыу һөҙөмтәһендә хәрәкәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һәм һаҡһыҙлыҡ менән ике кешенең үлем осрағына килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.