Ауырғазы районының Мәнеү ауылында яңы ФАП сафҡа инәсәк

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты октябрҙә төҙөлә башлай. Социаль объектта төҙөлөш эштәре тамамланған, тиҙҙән медицина ҡоролмалары, мебель урынлаштырыласаҡ. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Пациенттарҙы ҡарау, прививка һәм процедуралар, медикаменттар һаҡлау өсөн айырым кабинеттар. Аҙ мобилле граждандар өсөн пандус та ҡаралған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылытыу системаһы эшләнгән, канализация селтәре үткәрелгән. Ә бит яңыраҡ ҡына быларҙың барыһы ла хыялда ғына ине, ти 42 йыл фельдшер булып эшләгән Нина Афанасьева.

Элекке бинаның түбә һәм стеналарҙағы ярыҡтарынан ел өрә ине. Тәҙрәләрҙе йыуғанда тәүҙә эстән, аҙаҡ урамға сығып тышҡы яғын йыуырға, рамдарын сисергә тура килә торғайны. Хәҙер ҡалалағы кеүек шарттарҙа эшләйәсәкбеҙ.

Нина Афанасьева, Мәнеү ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты етәксеһе

Һыуыҡ бинала һәр саҡ йылы кейемдә йөрөргә, пациенттарҙы ҡараған арала һыу ташырға ла тура килә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты булараҡ ҡулланылған бина 1961 йылда төҙөлгән була. Яңы социаль объектта ауылда йәшәүсе 318 кеше, шул иҫәптән 32 балаға медицина хеҙмәте күрһәтеләсәк.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға ярашлы төҙөлә, унда тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Ошо арала медицина ҡоролмалары урынлаштырыла башлай. Бындай бина тураһында күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә хыяллана.

Былтыр «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Ауырғазы районының өс ауылында заманса ФАП асылған. Тағы икәү яҡын арала сафҡа инер, тип көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова