Өфө – Ырымбур федераль юлында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнде

Ҡар яуыу, көслө буран сығыу сәбәпле, бөгөн көндөҙгө сәғәт 3 тула 25 минуттан Өфө – Ырымбур федераль юлында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнде. Был сикләү  Иҫке Мусанан Кәбәс ауылына тиклемге учаскала индерелде. Ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, 50 километр самаһы арауыҡта пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты хәрәкәте туҡтатылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юл хеҙмәттәре хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләй, юл таҙартыуға 16 берәмек техника йәлеп ителгән. «Урал буйы» юл идаралығы водителдәрҙе иғтибарлы булырға, тиҙлек тәртибен үтәргә һәм алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра.