Иглин районында 11 кешенең хлор пары менән ағыуланыу осрағы теркәлгән

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсе компания Ясная поляна ауылындағы мунса комплекстарының береһендә ял итергә килгән булған. Төнгө ваҡытта ауырый башлаған ҡунаҡтарҙың береһенә ашығыс ярҙам саҡыртыла. Һуңынан тағы ла 10 кешенең үҙҙәрен насар тойоуы тураһында хәбәр ителә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, мунсалағы бассейнға саманан тыш артыҡ хлор өҫтәлгән булған. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла Өфөнөң 21-се дауаханаһына оҙатылған. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр полиция менән берлектә ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәтенең химик-радиометрик лабораторияһы һыуға һәм һауаға тикшереү үткәрә. Иглин район-ара тәфтиш бүлеге «Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.