«Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре ҡарттар йортонда йәшәүселәргә күңел йылыһын бүләк итте

«Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Архангел районындағы «Шәфҡәтлелек» ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәшәүселәргә күңел йылыһын бүләк итте. Уларға «Күңел йылыһы» акцияһы буйынса йыйылған күстәнәстәр тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сағыу төҫтәрҙәге йылы ойоҡбаштар бер кеше ҡулы менән бәйләнгән тиерһең. Әммә улар республика төбәктәренән «Юлдаш»ҡа ебәрелгән. Күңел йылыһы акцияһын иғлан итеү менән райондарҙа йәшәгән оҫта ҡуллы инәй-апайҙарҙан йылы кейемдәр тултырылған  посылкалар килгән.

120- нән ашыу пар йылы ойоҡбашты һәм тәмлекәстәрҙе радио хеҙмәткәрҙәре Архангел районы Максим Горький ауылындағы ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүселәргә бүләк итеп алып килде. Бында бер ҡыйыҡ аҫтында 116 кеше ғүмер итә. Карантин булыу сәбәпле, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, радио хеҙмәткәрҙәре бүләкте учреждение ишеге төбөндә тапшырҙы. 

Акция ун йылға яҡын үткәрелә. Хеҙмәттәштәребеҙ быға тиклем балалар һәм үҫмерҙәр приюттары, психоневрология шифаханаһында дауаланыусыларға күңел йылыһы менән бәйләнгән кейемдәрҙе алып барҙы.

 Изге эшкә шулай уҡ Йылайыр, Борай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарындағы һәм башҡа төбәктәрҙән радиотыңлаусылар ҙа ихлас  ҡушылған.

Рәмилә Исмәғилева