Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһе ике сменала эшләй. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төнгө ваҡытта ҡарҙы таҙартыуға 180 берәмек техника, 70 хеҙмәткәр йәлеп ителә, көндөҙ 200 махсус автомашина сыға, 5 тапҡырға күберәк эшсе шөғөлләнә. Көн һайын ҡала урамдарынан 7 мең тонна ҡар сығарыла.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эше тураһында ошонда ла уҡырға була: https://ufacity.info/press/news/434450.html