Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе мутлашыусыларға ышанып 1 миллион 600 мең һум аҡсаһын юғалтҡан

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицияға бер ир мөрәжәғәт иткән. Уға телефон аша билдәһеҙ кеше шылтыратып, финанс биржала аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Еңел һәм тиҙ байырға теләгән ир мутлашыусыға ҙур суммала аҡса күсергән. Әммә аҙаҡ инвестор менән элемтәгә сыҡҡан кеше булмаған. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.