Коронавирус йоҡтороусылар һаны кәмей

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 124 меңдән ашты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 209 кешелә “ковид-19”  асыҡланған, 13 кеше вафат булған. Әле стационарҙа  77, өй шарттарында 5 мең самаһы кеше дауалана. Дауаханала ятыусыларҙың 77-һе ауыр хәлдә. Башҡортостанда халыҡты вакциналау дауам итә. Прививканың беренсе компоненты 2 миллион 205 меңдән ашыу кешегә яһалған, 2 миллиондан ашыу кеше иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Был вакцина алырға тейешлеләрҙең 83 проценты. Табиптар белдереүенсә, 213 меңгә яҡын кеше прививканы ҡабаттан эшләткән.