Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 9 тапҡырға күберәк. Инфекция арҡаһында барлығы 4 мең 500 кешенең ғүмере өҙөлгән. Үлгәндәрҙең күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Башҡортостанда халыҡты вакциналау дауам итә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошондай һандарҙы атаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика етәксеһе Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарына вакциналау буйынса эш планын булдырырға ҡушты. “Омикрон-штамы Башҡортостанда ла тараласаҡ. Беҙ уға әҙер булырға тейеш. Ошо аҙна аҙағында оператив штаб ултырышы үткәрәбеҙ”, - тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эшләй. Яңы йыл каникулында халыҡтан 2 мең самаһы мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Үҙәк етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева белдереүенсә, уларҙың күп өлөшө амбулатор ярҙам алыуға бәйле булған. Шылтыратыусыларҙың 33 проценты вакциналау тураһында һорашҡан.