Рәсәйҙә балалар араһында коронавирус тарала

Был турала үҙәк мәғлүмәт сараларына Габричевский исемендәге Мәскәү эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе урынбаҫары Татьяна Руженцова белдергән.

Уның фекеренсә, балаларҙың иммунитеты түбән. Шуға ла уларҙа сир киңерәк тарала һәм ул ауыр үтә. «Балаларҙа коронавирус төрлөсә үҙен күрһәтеүе ихтимал. Тын юлдарын зарарлауҙан тыш, тән туңыуына оҡшаш "ковид бармаҡтары" тип аталған эҙемтәләр йыш күҙәтелә. Бигерәк тә 1 йәшкә тиклемге сабыйҙар, үҫмерҙәр , тыумыштан төрлө  хроник сирҙәргә дусар булған балалар айырыуса ҡаты ауырый», - тигән фекер белдергән табип.

Рафиҡ Әхмәтшин