Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы ҡышҡы ат сабышын ойошторҙо

Бәйге аттары майҙан тотто. Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы йәнә ҡышҡы ат сабышын ойошторҙо. Йолаға ингән сара быйыл «Аты барҙың – ҡанаты бар» девизы аҫтында үтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көйәрмәндәрҙең дәррәү алҡышына, хатта әсе елле буран да кәртә була алманы. Ярыш ҡатнашыусыларына ул өҫтәмә сәм генә бирҙе. Ҡарҙы йырып тигәндәй улар финишҡа артылды.

Ҡыш уртаһында ат сабыштарын уҙғарыу Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында күптән йолаға әйләнгән тиергә мөмкин. Сара йыл да төрлө төбәк вәкилдәрен бергә йыя. Был юлы бәйгелә Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, хатта Дыуан һәм Хәйбулла райондарынан ҡатнашты. Ат йәнлеләр өсөн урында төрлө кәрәкле ҡорамалдар ҙа тәҡдим ителде.

Бәйгелә барлығы 36 юртаҡ майҙан тотто. Улар тоҡомдарға бүленеп, билдәле бер арауыҡҡа сапты. Шулай ҙа төп иғтибар башҡорт тоҡомло аттарға бүленде. Уларҙың һәр ҡайһыһы паспортланған һәм «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры ҡатнашыусыһы. Ә инде ярыш һуңында еңеүселәргә йорт-хужалыҡ эштәрендә кәрәкле ҡиммәтле әйберҙәр менән бүләкләнде.

Азат Ғәлиуллин