Ауырғазы районы Абдрахман ауылында йәшәүселәр эсәр һыуһыҙ интегә

Ер аҫтындағы ҡоролоҡ. Ауырғазы районы Абдрахман ауылында йәшәүселәр эсәр һыуһыҙ интегә. Көнүҙәк проблема урындағы халыҡты беренсе йыл ғына борсомай. Быға тиклем улар колхоз заманынан ҡалған һыуүткәргес менән файҙаланған булған. Әммә торбаларҙың сафтан сығыуы һөҙөмтәһендә хәҙер йәшәү сығанағы баш бәләһенә әйләнгән. Абдрахмандарҙың аһ-зарын БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов тыңланы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эсәр һыу проблемаһының киҫкен тороуы бер кемде лә борсомай ҡалмай. Күп кенә төбәктәргә хас көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе Ауырғазы районын да урап үтмәгән. Айырыуса Абдрахман халҡы ҙур ыҙа сигеп йәшәргә мәжбүр. Сөнки эсәр һыуҙы улар ауыл ситендәге бер генә ҡоҙоҡтан ала. Һуңға ҡалған осраҡта унда ла йәшәү сығанағының ҡалмауы ихтимал.

Ауыл уртаһында тағы ла бер ҡоҙоҡ урынлашҡан. Әммә күл эргәһендәге сығанаҡ менән бөгөн мал-тыуарҙы ғына һуғарырға мөмкин. Сөнки уның һыуы эсергә ярамай, өҫтәүенә, һыу ятҡылығының йылдан-йыл ҡорой барыуы күҙәтелә.

Урындағы халыҡ һыуға булған ҡытлыҡты ер аҫтындағы ҡоролоҡ менән аңлата. Ваҡытында колхоз көсө, әле айырым хужалар тырышлығы менән бер нисә урында скважина ҡаҙыла. Әммә бер тамсы ла һыу сыҡмай.  

Ваҡытында хужалыҡ етәкселеге халыҡтың проблемаһын Әхмәт ауылынан торбалар һуҙып хәл иткән. Колхоз тарҡалғандан һуң һыуүтгәргес хужаһыҙ тороп ҡалған. Бөгөн дәүләттән ниндәйҙер ярҙамға дәғүә итер өсөн магистралде ауыл биләмәһе ҡарамағына күсереү талап ителә. Әммә торбаларҙың саманан тыш иҫкереүен иҫәпкә алғанда, был бюджет аҡсаларын елгә осороу, ти урындағы хакимиәт вәкилдәре.      

Бер нисә йыл элек Әхмәт ауылынан һыу ебәреп ҡараныҡ, әммә иҫкергән торбалар шунда уҡ сафтан сыҡты. Проблеманы хәл итеү өсөн бөгөн ауылдың үҙ сығанағын табыу, һуңынан яңы торбалар һуҙыу бурысы ҡуйылған. Артабан беҙ ошо йүнәлештә эшмәкәрлек алып барырға уйлайбыҙ.

Владимир Сорокин, Туҡай ауыл биләмәһе белгесе

Проблеманың ҡасан хәл ителерен әлегә бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Ауылда башлыса ҡарт-ҡоро ҡалыуын иҫәпкә алғанда, уларға йылдан-йыл һыу артынан йөрөүе ауырлаша. Шулай ҙа улар проблема яҡын киләсәктә хәл ителер тип ышана.

Илдар Байбулатов