Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Сәләмәтлек юлынан» тип исемләнгән саңғы ярышы үтте

Спорт сараһында мәктәп уҡыусыларынан тыш, өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Тотош ғаиләләре менән старт һыҙығына баҫыусылар булды. Еңеүселәр төрлө йәш категорияһы буйынса билдәләнде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әйткәндәй, ярыш Фаил Фәрих улы Ғәлиевтың яҡты иҫтәлегенә арналғайны. Ауылдаштары, туғандары уны тәжрибәле остаз, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ хәтергә ала. Ул оҙаҡ йылдар Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Әбеш урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән.

Гөлназ Хәйбуллина