Яңы йылда ла Республика менән идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәттәр күп булған

Яңы йыл каникулында Республика менән идара итеү үҙәге халыҡтан 769 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Юлды ҡарҙан таҙартыу, сүп-сар сығарыу, пособиеларға бәйле хәбәрҙәр күп булған. Айырым район һәм ҡалаларҙа эҫе һыу һәм йылы биреү буйынса кешеләрҙән ялыуҙар килгән. Коронавирустан вакциналау мәсьәләһе лә популяр булып ҡала. “Инцидент-менеджмент” һәм Кире бәйләнеш платформаһында был темаға 294 мөрәжәғәт теркәлгән.

“Инцидент-менеджмент” системаһы – Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.