Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң Почетлы гражданы Рәшит Закир улына 85 йәш тулды. Ул фән эшмәкәре булараҡ та танылыу яулаған шәхес. Рәшит Шәкүр филология фәндәре докторы, профессор. “Аҡһаҡалыбыҙҙы башҡорт халҡының рухи терәге тиҙәр. Ул яҙмаларының һәр юлына йөрәк йылыһын ҡуша, ысын күңелдән яҙа. Бөтә әҫәрҙәре тыуған еренә һәм туған теленә оло һөйөү менән һуғарылған”, - тип билдәләгән социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров. Рәшит Закир улы “Башҡортостан” энциклопедияһына нигеҙ һала һәм проектты уңышлы тормошҡа ашыра. Ул тәүге һөнәре буйынса нефтсе. Октябрьский нефть техникумын тамамлағандан һуң, ошо тармаҡта эшләй. Бөгөн иһә уның тормошонда яңы баҫҡыс. Ул буш ваҡыттарын ейәндәре менән үткәрә, уларға гүзәл Башҡортостан тураһында һөйләй, тигән Радий Хәбиров. Республика Башлығы Рәшит Шәкүргә сәләмәтлек теләгән һәм Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм фәне үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт белдергән.
“Бөтә ғүмерем республикаға хеҙмәт итеү булды. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрем халыҡҡа барып етте. Бөгөн коронавирус пандемияһы осоронда Башҡортостанда йәшәүселәргә сәләмәтлек теләйем”, - ти Рәшит Шәкүр.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәшит Шәкүр – 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ул әҙәбиәт, топонимика, тарих һәм халыҡ ижадына арналған бик күп мәҡәләләр баҫтырған. Рәшит Шәкүр әҫәрҙәренә байтаҡ йыр ижад ителгән. Ул Рауил Бикбаев менән бергә Башҡортостандың дәүләт гимны һүҙҙәрен яҙған. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында Рәшит Шәкүрҙең 85 йәшлек юбилейына арналған тантаналы сара үтте.