Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 200-ҙән ашыу кешелә коронавирус раҫланған, 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, “ковид-19” йоҡтороусылар 125 меңгә яҡынлаша. Әле стационарҙа 84 пациент дауалана, уларҙың 20-һе ауыр хәлдә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлек эсендә 15 меңдән ашыу кеше прививка ҡаҙатҡан. 2 миллиондан ашыу кеше вакциналауҙы тамамлаған. Был - прививка алырға тейешлеләрҙең 84 проценты. Башҡортостанда 180-гә яҡын урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа вакцина яһатырға була. Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратырға мөмкин. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347. Бөгөндән мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, шулай уҡ сауҙа нөктәләрендә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешен тикшереү көсәйтелде.