Өфө маршруттарынан алынған ПАЗ автобустарын республика райондарында, муниципаль сәфәрҙәр өсөн ҡулланыу мөмкинлеге өйрәнелә. Яңы йылдан был төр транспорт баш ҡала урамдарынан рәсми рәүештә алынды. Улар урынына техника паркына заманса ҙур һәм урта класлы автобустар килде. Әле республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығында Өфөлә пассажир йөрөтөүҙән бушаған техниканы артабан файҙаланыуҙы тәьмин итеү мәсьәләһе ҡарала. Был турала ведомство етәксеһе урынбаҫары Виктор Жульков республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Ултырышта Премьер-министр Андрей Назаров йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген ныҡлы күҙәтеүгә алыу һәм рөхсәтһеҙ пассажир йөрөтөү күренештәрен иҫкәртеү бурысын ҡуйҙы. “Йәмәғәт транспорты хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға тейеш. Был маҡсатта республикала яңы автобустар һатып алына”, тине Андрей Назаров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт