Сираттағы парламент миҙгеленә спикер Константин Толкачев етәкселегендә үткән кәңәшмәлә старт бирелде. Унда эш һөҙөмтәләре барланды, яңы бурыстар ҡуйылды. 7-се саҡырылыш Думаның эш һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай башланғысы менән 13 федераль закон ҡабул ителгән. Был - ил төбәктәре араһында иң яҡшы күрһәткес, тип белдерелде кәңәшмәлә. Бөгөн Республика парламенты комитеттары ултырыштары башланды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың быйылғы тәүге пленар ултырышы 27 ғинуарға планлаштырылған.