Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нуриман районында

Ул аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларын ҡараны, социаль объекттарҙа булды. Ҡыҙыл Яр ауылы янында эсемлектәр етештереү комбинаты асылған. "Люкс" компанияһы 180 миллион һумдан ашыу инвестиция һалған. Бынан тыш, тағы бер проект ғәмәлгә ашырыла. Юл янында кафе төҙөлә. Радий Хәбиров "Люкс" йәмғиәтенә юл яны сервисын үҫтереү буйынса республика программаһында  ҡатнашырға тәҡдим итте. Ошо уҡ ауылда Радий  Хәбиров  табип амбулаторияһын ҡараны, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Алдағы йәй бинаға капиталь ремонт эшләйәсәкбеҙ, тине Республика Башлығы. Радий Хәбиров Байгилде ауылындағы лицейҙа ла булды. Унда мәктәп ашханаһын төҙөргә  вәғәҙәләне.