Өфөнөң Октябрь революцияһы урамындағы мәҙәни мираҫ объекттары яңы һулыш аласаҡ

Баш ҡала хакимиәте архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау буйынса проекттар эшләүгә аукцион иғлан итте.      

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тәүге этапта дүрт йортто төҙөкләндереү ҡаралған. Был исемлеккә Афанасий Аверьянов, Федор Чижев, Иван Шамов, Филипп Чувильдин менән Ольга Ольшевская йәшәгән өйҙәр индерелгән.

Аукционда ҡатнашыусы подрядсы ойошмаға Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ менән килешелгән тарихи-проект документацияһы әҙерләргә, шулай уҡ дәүләт экспертизаһы үтергә тура киләсәк. Әлеге ваҡытта атап үтелгән йорттарҙа йәшәүселәр күсерелгән. Конкурста еңеүсе үҙ проектын 15 сентябрҙән ҡалмай тәҡдим итергә бурыслы.

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барышында иң мөһим һәм әһәмиәтле проекттарҙың береһе – Октябрь Революцияһы урамын төҙөкләндереү. Билдәле булыуынса, бында мәҙәни мираҫ объекттары күпләп урынлашҡан һәм уларғп мотлаҡ рәүештә реставрация үткәреү ҡарала. Әлеге ваҡытта 4 йортто һаҡлау буйынса проект документацияһына конкурс иғлан ителгән. Был объекттарҙы реставрациялау эштәре шәхси инвесторҙар иҫәбенә алып барыласаҡ. 

Лариса Сәлихова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Илдар Байбулатов