Өфөлә «Тамыр» балалар телеканалы төшөргән «Ышан» беренсе мистик сериалының исем туйы үтте

Ижади эш телеканалдың «Бирешмә» сериалынан һуң икенсе күләмле хеҙмәт емеше. Төрлө һынауҙарға тап булған үҫмерҙәр тормошон сағылдырған фидьм Яңы йыл каникулында зәңгәр экрандарға сыҡты. Тулыраҡ алдағы яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Үҙ көсөңә, мөхәббәткә, яҡшылыҡҡа – «Ышан» мистик сериалы геройҙары тамашасыны ошо төшөнсәләргә ышанырға саҡыра. «Ете ҡыҙ» башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнгән телевизион әҫәр 7 сериянан тора. Сюжетҡа ярашлы, күктәге ете йондоҙ бәләгә тарыған үҫмерҙәргә ярҙам итер өсөн кеше сүрәтенә инеп, ергә төшә. Фильм авторҙары унда күтәрелгән проблемалар ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр  күңеленә үтеп инеренә өмөтләнә.

Сериал өҫтөндә эш 9 ай дауам иткән. Күләмле эш башында төрлө ауырлыҡтарҙы  уңышлы еңеп сыҡҡан берҙәм ижади команда тора. Фильм Өфөлә һәм Архангел районында төшөрөлгән.

Ете ҡыҙҙы уйнаусы йәш актрисалар араһында уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа бар. Улар махсус кастингта һайлап алынған. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһы уҡыусыһы Дилә Йәһүҙина киноға тәүгә төшкән.

«Ышан» мистик сериалын тиҙҙән Ютюб каналында ҡарарға мөмкин буласаҡ. «Тамыр» телеканалының яңы битен асҡан экран әҫәрен тыуҙырыусылар сифатлы контентҡа иҫәп тота.

Рәзилә Ғиниәтуллина