Пандемия башланған көндән дөйөм күрһәткес әкренләп 125 меңгә яҡынлай. Бөгөнгә стационарҙарҙа 84 пациент, уларҙың 20-һе ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында ҡалыусылар юҡ. 11 яңы үлем осрағы теркәлгән. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны 4 мең ярымды артып китте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺуңғы тәүлектә 15 меңдән ашыу кеше прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы 2 миллиондан ашыу замандашыбыҙ тулыһынса тамамлаған. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 84 проценты тигән һүҙ. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.