Оҙайлы ялдарҙан һуң уянырға ваҡыт

Республика башлығының ковид-тикшереүҙәрҙе яңыртыу һорауы оператив рәүештә тормошҡа ашырыла башланы. Яуаплы ведомстволар сауҙа үҙәктәре, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары буйлап мониторингҡа сыҡты. Ҡайһы бер комплекстарҙа санитар-эпидемиологик талаптарға һүлпән ҡарашты БЮТ каналың ижади төркөмө лә асыҡланы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ишектәге иғлан күҙҙе буяу өсөн генә, күрәһең. Өфөләге эре сауҙа нөктәләренең береһенә еңел генә үтәбеҙ. Бинала утыҙлаған кеше. Барыһы ла битлектә, шулай ҙа термометрия өсөн яуаплы, шул уҡ ваҡытта беҙҙең алда бер кемдең дә температураһын тикшермәгән магазин хеҙмәткәрен һорауһыҙ ҡалдырманыҡ. Һаҡ хеҙмәте ҡайҙа ҡарай? Ни өсөн халыҡты сертификат куаркодын тикшермәй индерәләр?!

Былтыр октябрҙән коронавирус таралыуға бәйле республикала ҡәтғи сикләүҙәр индерелде. Сауҙа үҙәктәре вакцинация сертификаты, йә һуңғы ярты йылда сирҙе үткәреү тураһында белешмәһе булған граждандар өсөн генә асыҡ булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта битлек режимын һаҡлау ҙа талап ителә. Яуаплы органдар бәләкәй бизнесты айырыуса контролдә тота.

Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә битлекһеҙ кешегә тәмәке һатҡан өсөн шәхси эшҡыуарға өс меңдән биш мең һумғаса штраф янай. Санитар талаптарҙың иңҡар ителеүен төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының эшсе төркөм вәкилдәре видеокамераһы теркәне. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл байрамдарында ла мониторинг алып барылған. Өфөлә генә асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса тиҫтәгә яҡын протокол төҙөлгән.

Сауҙа үҙәктәренә ингән урында контроль постарҙың булыуы мотлаҡ. Оҙайлы ялдарҙан һуң эре комплекстарҙа кеше күп түгел, шулай ҙа һаҡ хеҙмәтенә көсөргәнеш юғары. Көн дауамында улар аяҡ өҫтөндә.

Уҙған оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров профилле ведомстволарға, муниципалитеттарға санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеше буйынса тикшереүҙәрҙе яңыртырға ҡушты. Мәҙәниәт, спорт учреждениелары, йәмәғәт туҡланыу урындары, транспорт та иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Төбәктең спорт министрлығы уҙғарған мониторинг барышында фитнес-үҙәктәргә айырыуса иғтибар бүленде. Ҡағиҙәләрҙең теүәл үтәлеше буйынса Рима Баталова исемендәге спорт әҙерләге үҙәге өлгө булараҡ күрһәтелде.

Сәләмәтлеген алдан ҡайғыртып, коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыусыларға сикләүҙәр юҡ. Спорт менән дә әүҙем шөғөлләнергә мөмкин. Ковид-тикшереүҙәргә килгәндә, улар, тәү сиратта, сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсаты менән ойошторола.

Гөлназ Хәйбуллина