Башҡортостанда ҡояш һәм ел электр станцияларын төҙөү дауам итә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә альтернатив энергия сығанаҡтарын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Әле Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш һәм Ғафури райондарында ҡояш электр станциялары эшләй. Быйыл Ағиҙел ҡалаһы һәм Баймаҡ районында ла ошондай объекттар барлыҡҡа килә. Бәләбәйҙә ел электр станцияһын төҙөү ҡарала. Быға тиклем Туймазы районында Төпкилде ауылы янында ел генераторҙары ҡуйылды. Бынан тыш, республикала Нөгөш, Павловка, Йомағужа гидроэлектр станциялары, шулай уҡ микроГЭС-тар эшләй.