Коронавирус сигенергә ашыҡмай

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 200 кешелә “ковид-19” инфекцияһы раҫланған, 10 кеше вафат булған. Әле 118 сирле дауаханала, 4 мең ярым кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Пандемия башланғандан алып, Башҡортостанда 124 меңдән ашыу кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡыра. Әле 180-гә яҡын урында, шул иҫәптән мобиль нөктәләрҙә прививка эшләтергә була. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Берҙәм телефоны: 122.