Башҡортостанда коронавирустан вакциналау буйынса артта ҡалған райондар аталды

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөнгә 21 районда коллектив иммунитетҡа өлгәшелгән. 5 муниципалитетта халыҡты прививкалау һүлпән бара. Белорет, Бөрө райондары, Сибай, Октбярьский һәм Межгорье ҡалаларында вакциналау күрһәткесе түбән. Республикала 2 миллион 85 меңгә яҡын кеше иммунизацияны тулыһынса тамамланған, йәғни прививка алырға тейешле халыҡтың 84 проценты вакцинаның ике компонентын да эшләткән.