Яңы автобус маршруты кемгә ҡамасаулай?

Йәки декабрь аҙағында ғына Өфө буйлап ебәрелгән яңы маршрут автобустарына туҡталыш майҙаны юҡ. Автобустар юл ситендә туҡтап торорға мәжбүр, ә Дим биҫтәһендә йәшәүселәр быға ризаһыҙлыҡ белдерә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был видеояҙманы беҙгә Дим биҫтәһендә йәшәүселәр ебәрҙе. Улар 258-се маршрут буйынса йөрөгән автобустарҙың юлда туҡтап транспорт хәрәкәтенә ҡамасаулауына зарлана. «Көмөш шишмә» рейста һуңғы туҡталыш. Автобустарға юл ситендә байтаҡ ваҡыт торорға тура килә.

Беҙ пассажирҙарға бында туҡтап көтөп торғанда инеп йылынырға ла рөхсәт итәбеҙ. Был урында туҡталыу ул ваҡытлыса.

Ибраһим Ҡолонсаҡов, пассажир ташыусы компанияның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса инженеры

258 -се маршрут былтыр 29 декабрҙә йөрөй башланы. Ул Дим биҫтәһе менән Инорсты тоташтыра. «Көмөш шишмә» туҡталҡаһынан Инорсҡаса ул Менделлев урамы, Спорт туҡталышы, Октябрь проспекты, Черниковка буйлап бөтәһе 45 саҡырым юл үтә. Әле линияла 25 автобус, тағы унау сығасаҡ.

Яңы маршрут автобусы халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса ебәрелгән. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығынан әйтеүҙәренсә, юлда туҡталып торған автобустар бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙмай.

Туҡталып тороуҙы рөхсәт итмәгән юл билдәһе юҡ икән, тимәк, автобустарға торорға мөмкин. Беҙгә ебәрелгән фотоһүрәттәргә ҡарағанда, йәйәүлеләр үткәүеленә тиклем биш метр ара бар, шулай уҡ ҡағиҙә боҙолмай. Дим биҫтәһендәге гипермаркет янында аҙаҡҡы туҡталыш яһау тураһында ла һүҙ булды. Пассажирҙар өсөн улай уңайлы түгел.

Альберт Сәфәров, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы бүлеге етәксеһе

Дим биҫтәһендә маршрут автобустары өсөн парковка урыны бар. Әммә туҡталҡа юлдан ҡалҡыуыраҡ урынлашҡан һәм күпләп ҡар яуыу сәбәпле, түбән иҙәнле, оҙон транспорт унда менә алмай. Идаралыҡтан белдереүҙәренсә маршрут автобустары өсөн һуңғы туҡталышта махсус майҙан булдырыу мәсьәләһе әле баш ҡалала тулыһынса хәл ителмәгән.

Рәмилә Исмәғилева