Былтыр Башҡортостан ауыл хужалығы тармағын үҫтереү өсөн 10 млрд һум аҡса бүленгән

Был суммаға аграрийҙарға файҙаланыу өсөн 3 мең берәмек яңы техника һатып алынған. Шул иҫәптән Илеш районындағы «Уңыш» хужалығына мал аҙығын әҙерләү өсөн цех асылған. Заманса ойошторолған цех районда ауыл хужалығы продукцияһын етешетереүҙе арттырырға булышлыҡ итәсәк тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Силос, сенажды тиҙ арала йыйып махсус миксерға эшкәртеүгә һалған машина тиҫтәләгән кешенең эшен алмаштыра. «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводы етәкселеге һатып алған ҡоролмалар ярҙамында ферма һыйырҙарына бер нисә тапҡыр күберәк аҙыҡ әҙерләп хужалыҡты киңәйтеү өсөн шарттар булдырылған.

Илеш районындағы комплекста 4000 эре-мөгөҙлө мал аҫрала. Һауым һыйырҙырынан тыш, мал ит өсөн дә үрсетелә. Мал аҙығы хужалыҡ баҫыуҙарында үҫтерелә. Арпа, бойҙай, иген һәм башҡа культуралар сәселгән майҙан 10 мең гектар тирәһе тәшкил итә.

Ырсай ауылындағы «Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә лә уҙған йыл матди-техник базаны яңыртыу менән иҫтәлекле булған. Эш ҡорамалдарын, ҡеүәтле транспортты яңыртыу өсөн 60 млн һум аҡса бүленгән.

Башҡортостанда уҙған йылда аграр тармаҡты үҫтереү өсөн 3 мең берәмек техника һатып алынды. Хужалыҡтарҙы киңәйтеү, фермаларҙы йыһазландырыу, комбайндар һатып алыу өсөн 10 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Был сумманың 50 проценты дәүләт субсидияһы менән фермерҙарға ҡайтарылған.

Флорида Ким