Ул журналистарҙың ғына түгел, полиграфия хеҙмәткәрҙәре һәм гәзит -журнал таратыусыларҙың да һөнәри байрамы. Бөгөн Башҡортостанда башҡорт, рус һәм республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың телдәрендә гәзит-журналдар нәшер ителә. БЮТ каналының ижади төркөмө Баймаҡ районында сығып килгән урындағы баҫмаларҙың эше менән яҡындан танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаймаҡ интернат-лицейының тормошо менән танышам тиһәң, унда нәшер ителгән, «Интернатым – пар ҡанатым» баҫмаһын уҡыу етә. Айына бер тапҡыр сыҡҡан гәзиттә белем усағының тормош көнкүреше сағыла.
Мәғлүмәт сығанағы ҡунаҡтар,ата-әсәләр өсөн бик ҡыҙыҡлы.Әле ҡышҡы каникул осоро булыуға ҡарамаҫтан, бер төркөм уҡыусылар уҡытыусылары менән берлектә баҫманың киләһе сығарылышы өҫтөндә эшләй.
Заман технологиялары алда барған осорҙа районда нәшер ителгән «Һаҡмар», «Баймакский вестник» гәзиттәре үҙ уҡыусыларын юғалтмай. Был баҫмаларҙы сығарыуҙа тәжрибәле, үҙ эштәренең оҫталары булған хеҙмәткәрҙәр, журналистар эшләй. Редакцияға әле лә хаттар килә, ҡотлауҙар, иғландар бүлеге әүҙем эшләй. Гәзит уҡыусылар стационар телефон аша шылтыратып яңылыҡтары менән дә бүлешә.
Район гәзитен уҡымлы итеү,уны йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индергән урындағы журналистар хеҙмәте йыл да республика кимәлендә юғары билдәләнә. Был уларҙың ерлектәге хәл- ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәүҙәренең билдәһе.
Раушания Рәхимова