Башҡортостанда "гараж амнистияһы" әҙерләнә

Башҡортостан парламентында “Ер мөнәсәбәттәрен көйләү” тураһында законға үҙгәрештәр ҡарала. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, үҙгәрештәр гараж амнистияһы менән бәйле. “Ҡанун гараж торған ергә хоҡуҡты теркәү мөмкинлеген бирә”, ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Депутаттар законды беренсе уҡыуҙа ҡарарға ниәтләй. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың быйылғы тәүге пленар ултырышы 27 ғинуарға билдәләнгән.