Танылған блогер Эльвина Сибәғәтова шатлығы менән уртаҡлашҡан

Уларҙың ғаиләһендә өсөнсө сабый тыуған.  Йәш әсә ҡотлауҙар һәм изге теләктәр өсөн Интернет ҡулланыусыларға рәхмәт белдерә.

Эльвина Сибәғәтованың Инстаграмдағы сәхифәһенә 122 меңдән ашыу кеше яҙылған. Ул көлкөлө вайндар һәм аш-һыу әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша.  Эльвина бәлештең генә лә тиҫтәләгән төрөн бешерә.