Был турала Радий Хәбиров Мәскәүҙәге Гайдар форумы барышында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика етәксеһе билдәләүенсә, тәү сиратта поликлиникалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарының матди-техник базаһын нығытыу талап ителә. Бөгөн Башҡортостан халҡының 38 процент самаһы ауылда йәшәй, фаптар һаны ике меңгә лә тулмай. Был түбән күрһәткес. Федераль программалар ярҙамында киләсәктә был өлкәгә етди иғтибар бүленәсәк. Сөнки 2025 йылға тиклем төбәккә 18 миллиард һум аҡса йүнәлтелергә тейеш.
Республикала медицина өлкәһендәге кадрҙар һәм яңы технологиялар мәсьәләһе лә киҫкен тора. Радий Хәбиров медицина колледжын тамамлаған студенттарға матди ярҙам күрһәтергә тәҡдимен индерҙе.
2021 йылғы сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла медицинаға килһә, кадрҙар етешмәү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителер ине, тине республика етәксеһе. Башҡортостан башлығы шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең киләсәге – телемедицинала булыуын айырым билдәләне.