Ҡан тапшырып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу – ҡыйыуҙар эше

Былтыр Башҡортостандан 301 кеше Рәсәйҙең Почетлы доноры исемен алған. Махсус билдә менән бүләкләнеүселәргә өҫтәмә льготалар ҡаралған. Республика ҡан тапшырыу станцияһына күп тапҡырҙар килеп, донацияла ҡатнашыусылар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла аралашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәр башта терапевҡа күренеп, сәләмәтлеген тикшертә. Артабан клиник лабораторияға юллана. Бында ҡандағы гемоглобин кимәле, резус-фактор билдәләнә. Анализдар яҡшы булған осраҡта ғына, донацияға рөхсәт бирелә. Өфөнән Салауат Хафизовҡа һәр ваҡыт йәшел ут яна, илле беренсегә плазма тапшырырға килгән. Егет электр энергетикаһы өлкәһендә эшләй. Хеҙмәт урынында күңелһеҙ осраҡ шаһиты булғандан һуң ул мәрхәмәтлек сараһына ҡушыла.

Республикала донорҙар хәрәкәте йылдан-йыл көсәйә. Былтыр ғына етмеш меңдән ашыу донация ойошторолған. Дөйөм алғанда, медицина учреждениеларына 46 тонна ҡан әҙерләнә.

Ҡанды ҡырҡ, плазманы алтмыш тапҡырҙан күберәк тапшырыусылар Рәсәйҙең Почетлы доноры тигән абруйлы исемде йөрөтә. Күкрәктә балҡыған билдә - изге эш һөҙөмтәһе.

Табиптар үҙ миҫалында ла халыҡты донорлыҡҡа әйҙәй. Ҡан тапшырыу станцияһының бүлек мөдире Артур Мусинды ғына алайыҡ, 125-cегә донацияла ҡатнаша.

Почетлы донор булыуҙың өҫтөнлөктәре күп. Дауалау учреждениеларында сиратһыҙ ҡабул итәләр. Эш урыны буйынса отпускыға уңайлы ваҡытта сығырға, шифаханаға льготалы путевка алырға мөмкин. Шулай уҡ йылына бер тапҡыр аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡаралған. Уның күләме ун биш мең һумдан ашыу. Республика ҡан тапшырыу станцияһының филиалдары ла бар. Октябрьский, Белорет, Бөрө, Нефтекама, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла донорҙар ҡабул ителә.

Гөлназ Хәйбуллина