Был бағаналар – ҡоролманың иң мөһим һәм тимер юлына иң яҡын урынлашҡан өлөшө. Уны ҡороу өсөн электр тәьминәтен дә көйләргә тура киләсәк. Төҙөүселәр поездарҙың маршрут теҙмәһенә ҡарап билдәле ваҡытта ғына эшләйәсәк. Көндән-көн көсөргәнешләнгән транспорт хәрәкәтен көйләү өсөн хәл иткес объекттағы эш барышы менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә ҡыҙыҡһынды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСираттағы терәү өсөн урын әҙер. Хәҙер инде арматура каркастарына соҡор ҡаҙыла башлаясаҡ. Бағаналар тимер юлына иң яҡыны буласаҡ. Уларҙы ултыртыу өсөн юғары вольтлы электр сымдары ла алынған. Тәьминәт өҙөлмәгән, ток урау юл менән бирелгән.
Үткәүелдә ошондай терәүҙәр дүртәү буласаҡ. Әле төҙөүселәр уларҙың тәүге икәүһенә бетон ҡоя. Бер үк ваҡытта тимер юлының ике яғынан да юлдар һалына башлаған. Был йүнәлештә транспорт хәрәкәтенең көндән-көн артыуын күҙ уңында тотоп эштәр тәүлек әйләнәһенә ойошторолған.
Тимер юлы аша күпер Нуғай һәм Зинин ауылы өсөн генә түгел. Иглин районының бер нисә ауылы халҡы ла ошо юлдан йөрөй. Һуңғы арала транспорт хәрәкәте арта ғына. Шуға күрә водителдәр төҙөлөштәге һәр үҙгәреште ентекле күҙәтеп бара.
Әлегә иһә водителдәргә түҙергә генә ҡала. Тимер юлы өҫтөнән һалынған күпер аша тәүге автомобиль киләһе йылдың июлендә үтер тип көтөлә.
Айнур Кәбиров