Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында кәңәшмә ойошторолдо

Фекер алышыуға һөнәри белем биреү колледж директорҙары, хакимиәт башлыҡтары һәм тармаҡта уңышлы эшләгән эксперттар саҡырылды. 2022 йыл һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уны лайыҡлы итеп үткәреү өсөн креатив идеялар, традицион конкурстар ойоштороу, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү маҡсаты ҡуйыла.

Онотола барған ярыш-сараларҙы бар халыҡҡа сығарыу бурысы ла көнүҙәк. Конкурстарҙан бөтәһе лә отасаҡ бит. Был сараларҙан һуң техника менән тулыһынса тәьмин ителгән, әммә эшсе ҡулдарға мохтаж ҡаланы төҙөкләндереү һәм коммуналь хеҙмәттәр ҙә үҙҙәрендә кадрҙар ҡытлығын тиҙ генә хәл итә аласаҡ. Беҙҙең маҡсат эш шарттарын яҡшыртыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү, иң мөһиме: эшсе коллективтарҙа дуҫтаса йылы мөнәсәбәттәр булдырыу.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Гүзәл Борханова