Баш ҡалала бөгөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте

Кесаҙна һайын ойошторолған сарала был юлы баш ҡаланың тиҫтәнән ашыу ойошма-предприятиеһы эш урындары тәҡдим итте. Талап ителгән һөнәрҙәр араһында бухгалтер, иҡтисадсы, урам йыйыштырыусы, слесарь ҙа бар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң мәшғүллек үҙәге белгестәре аҙна һайын тематик йәрминкәләр ойошторорға ниәтләй. Билдәләнгән график менән учреждениеның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин