Тантана барышында төрлө ведомство, йәмәғәт ойошмалары уҙғарған конкурстарға йомғаҡ яһалды. Башҡорт телен, сәләмәт тормошто пропагандалаған, наркомания, террорға, коррупцияға ҡаршылыҡ белдергән, сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән иң яҡшы материалдар билдәләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕңеүселәр исемлегендә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары ла бар. Һайлаған һөнәренә оҙаҡ йылдар тоғролоҡ һаҡлаған хеҙмәттәштәребеҙ шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Башҡортостан Журналистар Союзы уҙған йылды уңышлы тамамланы. Республика бер-бер артлы ҡабул иткән ҙур форумдарҙа төбәк журналистары ныҡлы күтәрелеш кисерҙе. Әүҙем эшләгән һөнәр оҫталары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Азат Ғәлиуллин