Республикала янғындар арта. Быйыл булған ике фажиғәлә балаларҙың ғүмере ҡыйылды. "Бәлиғ булмағандар һәм өлкән йәштәгеләр айырыуса иғтибарға һәм ҡурсалауға мохтаж", - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
“Туймазы районы Булат ауылында булған янғында 11 айлыҡҡына сабыйҙыңғүмере өҙөлдө. Өйгә янғын иҫкәртеү приборы ҡуйылған булған. Әммә йортта бала яңғыҙҡалған. Ул ут сыҡҡан өйҙән нисек ҡотолһон инде? Бәлә сыҡҡанда, уныңәсәһе һәм бер туғандары күрше йортта булған. 3 ғинуарҙа Иглин районында теркәлгән янғында 11 йәшлек малай зыян күрҙе. Ул дауаханала ятты. Әммәүтә ныҡ йәрәхәтләнгән баланыңғүмере өҙөлдө. Янғын сыҡҡанда ул да өйҙә яңғыҙ булған. Ошо ике осраҡҡына ла беҙҙе уйланырға мәжбүр итһен ине. Зинһар, балаларҙы һәм өлкән йәштәгеләрҙе өйҙә бер үҙҙәрен ҡалдырмағыҙ! Фатир һәм өйҙәрегеҙгә мини сирена ҡуйығыҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булғанда, фажиғәләр һәм юғалтыуҙар булмаҫ. Именлегебеҙүҙебеҙҙеңҡулда”.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт