Радий Хәбиров медицинаның беренсел тармағын яңыртыу кәрәклеге тураһында белдерҙе

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Гайдар форумында Башҡортостанда медицина өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырҙы. Республика Башлығы һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә арналған фекер алышыу майҙансығында сығыш яһаны. Радий Хәбиров медицинаның беренсел тармағын яңыртыу һәм кәрәклегенә айырым баҫым яһаны. Поликлиника, фельдшер-акушер пункттары халыҡ өсөн иң яҡын һәм мөһим дауалау урыны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙар мәсьәләһенә лә иғтибар итте. Республика Башлығы урта медицина белеме булғандарға ярҙам итергә тәҡдим итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Беренсел звено һөҙөмтәле эшләһә, сирҙәр ваҡытында асыҡлана, үлем осраҡтары аҙыраҡ була. Ошо тармаҡты нығытыу мөһим мәсьәлә”, - ти  Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Радик Нәҙерғолов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров белдереүенсә, милли проекттар буйынса республикаға 2025 йылға тиклем 18 миллиард һум аҡса бүленә. Был суммаға яңы поликлиника һәм фелдьшер-акушер пункттары төҙөү, медицина учреждениеларын яңыртыу ҡарала. Башҡортостанда 2 мең самаһы фельдшер-акушер пункты интернетҡа тоташтырылған. Глобаль селтәр ярҙамында пациенттарҙың анализ һөҙөмтәләре берҙәм системаға ебәрелә.