Өфөнөң Кузнецов Затонын наркомандар баҫып алған

Өфө халҡы саң ҡаға. Һуңғы көндәрҙә Кузнецов Затонында йәшәүселәр наркотик йәшереүселәр һәм ҡулланыусыларҙан ҙур ыҙа сигергә мәжбүр. Сөнки үҙ дозаларын эҙләүсе саҡырылмаған ҡунаҡтар подъездарға ҙур зыян килтерә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көс булғас, аҡыл кәрәкмәй. Төнгө сәғәттәрҙә был ирҙәр Кузнецов Затонындағы өйҙәрҙең береһенә инергә маташа. Бының өсөн уларға магнит йоҙаҡлы подъезд ишеге лә кәртә була алмай. Ул бөгөн ябылыуын-ябыла ла, әммә хужалар хәҙер уның ышаныслы булыуына икеләнеп ҡарай. Билдәһеҙ кешеләр шулай уҡ вандализмдың башҡа эҙҙәрен дә ҡалдыра.

Саҡырылмаған ҡунаҡтар, башлыса киске һәм төнгө сәғәттәрҙә килә. Һөҙөмтәлә лифттарҙың тимер тотҡостары ла, щиттарҙың ҡапҡастары ҙур зыян күрә. Иң тәүҙә улар домофонға шылтыратып, йортҡа инергә маташа йәки кемдеңдер урамға сығырын көтә. Фатир хужалары, был ваҡытта наркотик йәшереүселәр һәм ҡулланыусылар йөрөй, тигән фекерҙә. Кисә генә улар билдәһеҙ төйөнсөккә юлығып шунда уҡ полиция саҡырта.

Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башлаған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре подъездарҙа кемдәр йөрөүени асыҡлау менөн шөғөллөнә. .

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе

Өфө ҡалаһы полицияһына Кузнецов Затонында йәшәүселәрҙән мөрәжәғәт килде. Улар поедъездарҙың береһендә билдәһеҙ кешеләр йөрөүе тураһында хәбәр иткән. Әлеге ваҡытта 3-сө полиция бүлеге тарафынан тикшереү ойошторолған. Хоҡуҡ һаҡсылары видеокамераға төшөрөлгән кешеләрҙең шәхестәрен асыҡлау менән мәшғүл.

Айырыуса балаларының хәүефһеҙлеге өсөн борсолған ата-әсәләр ут йотоп йәшәргә мәжбүр. Шуға ла улар полиция патрулдәренең яңы биҫтәгә йышырыҡ килеп йөрөүен һорай.

Илдар Байбулатов