«Беҙ сирҙең сираттағы тулҡыны менән осрашыуға әҙер булырға тейешбеҙ»

«Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, әммә беҙ сирҙең сираттағы тулҡыны менән осрашыуға әҙер булырға тейешбеҙ». Был турала Радай Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса республика оператив штабының сираттағы ултырышында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, яҡын арала коронавирустың сираттағы тулҡыны башланыуы мөмкин. Был өс кешелә омикрон штамы асыҡланыуға бәйле, сир тиҙерәк тарала, уның инкубация осоро ҡыҫҡараҡ. «Шуға ла медицина учреждениеларында койкалар резервын күҙ уңында тоторға, дарыуҙар запасын әҙерләргә, йәнә ирекмәндәр штабының эшен йәйелдерергә кәрәк», – тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш, киләһе аҙнанан уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулдан сығыуын иҫәпкә алып мәктәптәрҙә медицина инспекторҙарының эшен ойоштороу бурысы ҡуйылды.