Был турала республика башлығы күҙәтеү ведомствоһы ойошторолоуға 300 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы ултырышта билдәләне. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре республика халҡының хоҡуҡ мәнфәғәттәре һағында тора.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала криминоген хәлдең тотороҡло булыуында ла тәү сиратта ведомство хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығы прокуратура һәм тәртип һаҡлау органдары ветерандарына республиканың дәүләт наградаларын да тапшырҙы.
Радий Хәбиров шулай уҡ «Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында прокуратураның 300 йыллығына арналаған экспозиция менән дә танышты. Күҙәтеү органдарының тарихын сағылдырған күргәҙмә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килтерелгән экспонаттар менән байытылған. 300 йыл элек булған кеүек үк прокуратура законлыҡты тәьмин итеүсе ведомство булып ҡала, тип билдәләй Балаҡатай районы прокуроры ярҙамсыһы Мораҙым Ғәниев.
Рафиҡ Әхмәтшин