Янғындарҙы иҫкәртеп. Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге белгестәре йыл дауамында халыҡ именлеге һағында. Айырыуса көҙгө-ҡышҡы осорҙа улар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында етди эш алып бара. Теманы Баймаҡ районында әҙерләнгән репортаж дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙомаш ауылынан күп балалы Маҡановтар ғаиләһе һәр саҡ янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә тырыша. Хужалар үҙ ғаиләһенә һәм мөлкәтенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Йорт утын менән йылытыла, шуға ла ҡышҡыһын мейес менән файҙаланғанда, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ҙур иғтибар бүләләр.
Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге белгестәре район буйлап сәфәрен туҡтатмай. Күп балалы һәм хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләр, ололар – иғтибар үҙәгендә. Ауыл хакимиәте лә бәлә-ҡазаларҙы булдырмау маҡсатында даими рейдтар ойоштора.
Уҙған йылда Баймаҡ районында 207 янғын теркәлә, ут дүрт кешенең ғүмерен ала. 1234 йорт бушлай янғын иҫкәртеүсе ҡоролма менән йыһазландырыла.
Ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү йортоғоҙҙо ҙур бәләнән аралар. Шулай уҡ, автономлы янғын иҫкәрткестәр - һөҙөмтәле сараларҙың береһе.
Әлфиә Хәмитова