Башҡортостан полицияһы күп тапҡыр мутлашыуҙа ғәйепләнгән 24 йәшлек егетте ҡулға алған

Ярославлдән килгән егет Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында башлыса студенттарҙы алдау менән шөғөлләнгән. Ғариза биреүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, билдәһеҙ кеше ҡиммәтле моделле телефондар һатып алған ваҡытта йәштәргә кредит рәсмиләштереп, аҡса эшләргә тәҡдим иткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хоҡуҡ һаҡсылары мутлашыуҙа ғәйепләнеүсене Ленинград өлкәһендә тапҡан. Әле ул Өфөнөң 9-сы полицияһы бүлегенә килтерелгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, закон боҙоусы 4 тиҫтәгә яҡын кешене алдаған.