Башланғыс парламенттың бюджет комитетында раҫланды. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында тауыш биреүгә сығарыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
Федераль ҡануниәт төбәктәргә ауыл хужалығы һалымы ставкаһын 0-дән 6 процентҡа үҙаллы билдәләү хоҡуғын бирә. Башҡортостан парламентындағы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ошо мөмкинлектән файҙаланып киләһе 2 йылға ауыл хужалығы предприятиеларын һалымдан тулыһынса азат итеү яҡлы. Был норма хеҙмәткәрҙәре өсөн 90 процент эш урынын һаҡлап ҡалған ойошмаларға ҡағыла. Маҡсатыбыҙ – пандемия шарттарында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү, тармаҡта эш урындарын һаҡлап ҡалыу, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тотороҡландырыу.
Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары
Подписывайтесь на Bash.News