Хәйбулла районында Артур Сурин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторолдо

Етенсегә уҙғарылған ярышта мәктәп уҡыусылары командалары ҡатнашты. Сәләмәт тормош яҡлылар менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Континенталь хоккей лигаһы уйындарының ваҡытлыса туҡтатылыуы Хәйбулла районы үҫмерҙәрендә был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуҙы йәнә арттырҙы ғына. «Салауат Юлаев» командаһы көйәрмәндәре – алты мәктәп уҡыусылары бергә йыйылып, сәкән һуҡты. Турнир тәүгә генә ойошторолмай. Күренекле мәғариф һәм дәүләт эшмәкәре Артур Сурин иҫтәлегенә йыл һайын уҙғарыла.

Артур Сурин Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуып үҫә. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Белем биреү системаһын яҡшыртыуға тос өлөш индерә. Башҡорт мәктәптәрендә туған телде уҡытыуҙы, улар өсөн дәреслектәр сығарыуҙы яйға һала. Фиҙаҡәр хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән.

Йәш быуынды хоккейға ылыҡтырыу маҡсатында йыл һайын конькиҙа шыуыу өсөн майҙансыҡтар төҙөлә. Сираттағы турнир һөҙөмтәләренә килгәндә, беренселекте Аҡъяр командаһы яуланы. Йәнтеш менән Татыр-Үҙәк ауылдары мәктәп уҡыусылары ла етди әҙерлек кимәлен күрһәтте. Сара сиктәрендә иң яҡшы ҡапҡасы, һаҡсы, һөжүм итеүсе номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.

Артур Сурин иҫтәлегенә ойошторолған турнирҙы район-ара кимәлгә сығарыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта вәзәмдәрҙең «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеү ниәте лә көслө. Берҙәмлектә көс тигәндәй, был ярышта ла улар беренселеккә ынтыла.

Гөлназ Хәйбуллина