Вакцинация медицина учреждениеларында ла, мобиль пункттарҙа ла алып барыла. Бигерәк тә ҙур сауҙа үҙәктәрендә асылған пункттарҙа халыҡ күп. Кешеләр әйтеүенсә, бер юлы кәрәкле әйберҙәр алырға ла, прививка ҡаҙатып ҡайтырға ла мөмкин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИлүзә Моратова һөнәре буйынса иҡтисадсы, әммә йәш әсә әле ҡыҙы менән декрет ялында. «Сабыйымды имеҙеүгә ҡарамаҫтан, коронавирустан прививка яһатырға хәл иттем. Табиптар менән кәңәшләшкәндән, интернет селтәрендә мәғлүмәттәр менән танышҡандан һуң, вакцинациялау мотлаҡ кәрәклегенә инандым», – ти ул.
Әлбиттә, бер аҙ сиратта ултырырға тура килгән. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан ҙур сауҙа үҙәгендә урынлашҡан мобиль пунктҡа вакцина яһатырға килеүселәр байтаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, прививканы тәүгә эшләтеүселәр ҙә, ревакцинацияға килеүселәр ҙә бар.
Вакцинациялау мобиль пункттарҙа ғына түгел, медицина учреждениеларында ла бара. Табиптар әйтеүенсә, вакцинаны һәр кем үҙе һайлай. Тәүгә һалдырғандар күп осраҡта ике компонентлы препараттарға, ревакцинацияға килеүселәр бер тапҡыр яһала торған «Спутник Лайт»ҡа өҫтөнлөк бирә. Рауил Әхмәтшин «Турбаҫлы бройлеры» предприятиеһында эшләй. Кеше араһында йөрөгәс, вакцина эшләтеү мөһим, ти ул.
Вакцинация пункттарында өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә күп. Улар әйтеүенсә, тәүге осорҙа йәмғиәттә был мәкерле сир мине урап үтер, тигән фекер йәшәй. Әммә ваҡыт ковидтың бер кемде лә аямауын иҫбатлай, сир кешеләрҙең ғүмерҙәрен дә өҙә. Шуға күрә халыҡтың үҙаңы ла уяна, йәмәғтселек был сирҙән тик прививка ғына ҡотҡарыуына инана.
Рәмзиә Кәримова