Башҡортостанда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла

Уға ярашлы, быйыл төбәк биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан 400 млн һум аҡса бүленгән. Ауырғазы районында йәшәүселәр ҙә программа буйынса ауылдағы байтаҡ объекттарҙы тәртипкә килтергән. Исмәғил ауылында мәҙәниәт йорто, Сыуаш-Ҡарамалыла күпер һәм мәктәп төҙөкләндерелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яңы Тимешкә ауылында 130 кеше йәшәй, ауыл ҙур булмаһа ла мәҙәни саралар, халыҡ йыйылыштары даими ойошторола. Быға тиклем граждандарға иҫке мәҙәниәт йортонда осрашырға тура килгән. Былтыр бинала ППМИ – урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса күләмле ремонт үткәрелгән.

Мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә дәүләт тарафынан миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сумманың бер өлөшө урындағы халыҡ тырышылығы һәм бағыусылар ярҙамында йыйылған.

Бишенсе йыл рәттән ППМИ программаһы буйынса ярҙам алған биләмәлә байтаҡ эштәр башҡарылған. Ҡаҙанлыҡ алмаштырылған, трактор һатып алынған, социаль объекттарҙа ремонт үткәрелгән.

Ауылдағы балалар баҡсаһы ла төҙөкләндереү талап итә. Учреждение етәкселеге урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһына заявка биреп ниһайәт, оҙаҡ йылдар борсоған мәсьәлә хәл ителер тип өмөтләнә. Бүлмәләрҙә тәҙрәләрҙе, бинаның ишектәрен яңыртыу ҙа зарур

Ауырғазы районы Сыуаш-Ҡарамалы ауылында йәшәүселәр ҙә программа ойошторола башлағандан уҡ бөтә мөмкинлектәр менән файҙаланған. ППМИ ярҙамында биләмәлә мәктәп фасады, ауыл эргәһендәге күпер төҙөкләндерелгән. Урындағы халыҡ быйыл программаға ярашлы  күптәр яратып йөрөгән мәҙәниәт йорто яңыртылыр тип өмөтләнә.

Флорида Ким