Өфөлә «Шыршыларҙы юнысҡыға» акцияһы үтә

Шыршыны эшкәртеүгә. «Йәшел Башҡортостан» йәмәғәт тойошмаһы менән Өфө ҡалаһы хакимиәте бер нисә йыл рәттән махсус экология акцияһы ойоштора. Уның маҡсаты – Яңы йылда биҙәлгән ылыҫлы ағастарҙы халыҡтан йыйыуҙы ойоштороу.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ағастар контейнерға йыйылғандан һуң эшкәртеүгә оҙатыла. Өфөлә 15 урында ойошторолған пункттар ғинуар аҙағына тиклем эшләй. Баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге «Яркий» микрорайонында экологик акция байрамға әйләнде. Ойоштороусылар сараға балаларҙы ла йәлеп итте.  

Шыршылар ай аҙағына тиклем контейнерҙа һаҡлана. Артабан улар ағас эшкәртеү заводына ебәрелә. Уларҙан төрлө матераилдар эшләнә. Байрам табынын биҙәгән ҡупшыҡайҙар беҙгә йорт йыһаздары йәки башҡа көнкүреш әйберҙәре булып кире әйләнеп ҡайта.

Ольга Филева, Өфө ҡалаһының йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы бүлеге етәксеһе