Яңы йылдың төп сараһы Иглин районы Охлебинин ауылында ойоштородо. Йорт хужаларына өй беренсә теләк теләп, йырҙар йырланды. Байрамды БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРаштыуа байрамынан һуң халыҡ кейенеп-яһанып урамға сыға. Өй беренсә йөрөп хужаларға маҡтау йырҙары йырлана, һамаҡтар яңғырай. Хужалар таҡмаҡ әйтеп күстәнәс теләнселәп йөрөүселәрҙе ни тиклем ихлас һәм ҡунаҡсыл ҡаршылай, йыл шул тиклем уңышлы һәм һый-ниғмәткә мул була, тип иҫәпләй боронғо славяндар.
Раштыуа байрамынан һуң үткән был изге көндәрҙә йәш ҡыҙҙар буласаҡ һөйгәнен юрау теләге менән яна. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙың сағыу кейемдәренән хатта ҡара көстәр ҡурҡып ҡаса, тигән ышаныу ҙа көслө булған. Изге теләктәр әйтеп өйҙән-өйгә йөрөү – мәжүсилектән ҡалған йолаларҙың береһе.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау йылын асыу байрамында Башҡортостандың 15 район-ҡалаһынан килгән ижади коллективтар ҡатнашты.
Был көндө сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә йорт хужалары рәхмәт йөҙөнән тәмлекәстәр таратты. Теләнселәгән халыҡты йорттарына индермәүсе хужалар менән шаярып, мәшәҡәт тыуҙырыусыларға ла бер кем дә үпкә белдермәй.
Раштыуа байрамы үткәндән һуң Керәшен һыуыҡтарына тиклем арауыҡта христиандар өй беренсә йөрөп һамаҡтар әйткән. Изге теләктәрҙән торған, олоһо-кесеһе ҡупшы итеп кейенгән байрам осоронда халыҡта хатта ҡара көстәр ерҙән китә, тигән ышаныс та йәшәй.
Гүзәл Борханова